Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2024, 15:26

«Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» чат-боты 10 мөрәжәғәт ҡабул иткән

Республикабыҙҙа булдырылған «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» чат-боты 10 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Был хаҡта БР хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев социаль селтәрҙә хәбәр итә. 

«Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» чат-боты 10 мөрәжәғәт ҡабул иткән«Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» чат-боты 10 мөрәжәғәт ҡабул иткән
«Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» чат-боты 10 мөрәжәғәт ҡабул иткән
– Чат-бот алтаҡталарҙы тәртипкә килтереүҙә ярҙам итә. 11 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында муниципаль комиссияларының секретарҙары өсөн үткәрелгән семинар-уҡыуҙа был сервистың эш принцибы аңлаттыҡ. Әлеге көндә сервис һүлпән эшләй, Өфө, Туймазы, Бүздәк, Күгәрсен райондарынан бары тик 10 мөрәжәғәт килде. Шул сәбәпле сервисты әүҙем ҡулланырға саҡырам! – тип яҙҙы Урал Килсенбаев.

Фото:Урал Килсенбаев, vk.com

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас