Башҡортостанда йәшәүселәрҙе алдағы көндәрҙә ҡарлы һауа торошо көтә, тип хәбәр итте синоптиктар. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп, талғын. Һауа температураһы көндөҙ -6, -11 градус.
Йома, 27 декабрҙә, йәнә бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -6, -11 градус, аяҙытҡанда -16-ға тиклем, көндөҙ - 1, -6 градус.
Шәмбе, 28 декабрҙә, бер аҙ ҡар, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -4, -9, көндөҙ 0, -5 градус.