Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2024, 01:01

Ҡыҙым тыуғас...

Парашюттан һикереп, тау саңғыһында йөрөп, студент ваҡытта простыняларҙы ҡуша бәйләп төн уртаһында ятаҡ тәҙрәһенән дискотекаларға ҡасҡан мин балам тыуғас бөтә нәмәнән ҡурҡам.

Ҡыҙым тыуғас...Ҡыҙым тыуғас...
Ҡыҙым тыуғас...

Руль артына ултырмайым, аварияға эләгеп үлеп ҡуйһам, ҡыҙымды кем ҡарар. Балкондан ергә ҡараһам, башым әйләнә. Тышҡа сыҡһаҡ, ҡулымдан баламды тартып алып китерҙәр һымаҡ. Шундай фобияларым күбәйҙе.

Өҫтәүенә яңы теле асыла башлаған ҡыҙым бөгөн залдағы шкаф башына ҡарап, апай-апай, тип йылмайып тора. Бәләкәй сағында ла йыш ҡына шунда башын кәкшәйтеп ҡарап ятҡанына иғтибар итә торғайным. Күңелемә бына тағы бер шом инеп ултырҙы...

Гөлфиә ИСЛАМҒОЛОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас