Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2024, 01:49

Китап уҡыйыҡ

Цифрлы технологиялар һәм мәғлүмәттең иҫ киткес тиҙ үҙгәреүе дәүерендә йәшәйбеҙ. Һәм, йәшерен-батырыны юҡ, ошо ваҡиғалар, мәғлүмәттәр ағымы сәбәпле беҙ китап уҡымай башланыҡ. Китап уҡыу ни тиклем мөһим булыуын онотоп барабыҙ.

Китап уҡыйыҡКитап уҡыйыҡ
Китап уҡыйыҡ

Ә бит уйлап ҡараһаң китап белем сығанағы ғына түгел, ә мажаралар, асыштар һәм тәрән уйланыуҙар менән тулы ғәжәйеп донъяларға алып барыусы.

Китапты асҡан һайын, беҙ үҙенең фекере, идеялары һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан автор менән күҙгә күренмәгән ептәр аша диалогҡа инәбеҙ. Китаптар беҙгә интеллектуаль яҡтан ғына үҫергә ярҙам итмәй, ә фантазиябыҙҙы үҫтерә һәм беҙҙе башҡа кешеләрҙе һәм тирә-яҡ донъяны аңларға өйрәтә, тәрбиәләй. Иҫкә төшөрөп алайыҡ әле: кем генә Зәйнәб Биишеваның Емешенә оҡшарға, Байрасҡа ғашиҡ булырға, Сәлимә менән Хамматтың мөхәббәте кеүек көслө хискә бирелергә теләмәне икән? Китап беҙҙе хыялға бирелергә, яҡшыраҡ булырға, әҫәр геройҙары менән үҙебеҙҙе сағыштырып, ыңғай яҡҡа үҙгәрергә этәргес бирә.

Шуға күрә, әйҙәгеҙ яңынан китап уҡыуҙы ғәҙәткә индерәйек. Тормошобоҙҙо яңы белемдәр һәм тәьҫораттар менән байытыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмайыҡ. Китап уҡыу өсөн ваҡыт табайыҡ, был мауыҡтырғыс сәйәхәттә китап беҙҙең тоғро юлдашыбыҙ булһын!

Бөгөн уҡый башлайыҡ һәм Белем донъяһын асайыҡ!

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас