- Ялға ҡасан ҡайтаһың, ҡустым?
- Минең отпуск йә йәйен, йә көҙөн булырға тейеш. Бүлек командиры булараҡ, иң беренсе үҙемдең егеттәрҙе ҡайтарасаҡмын. Тыуған яҡтарына, яҡын кешеләре янына ҡайтып, һағыныуҙарын баҫып, көс йыйып килһендәр. Һалдаттарҙы берешәр-икешәрҙән ҡайтарһам да, үҙемә сират килеп еткәнсе, байтаҡ ваҡыт үтәсәк әле...
Үҙем экран артындағы яугир менән яҙышам, үҙемдең әлеге ауыр ваҡыттың йәйгә, көҙгә тиклем үк һуҙылмаҫына ышанғым килә. «Тиҙерәк бөтһөн ине бит инде был көсөргәнеш! Һалдаттарыбыҙ ҙа өйҙәренә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға түгел, бөтөнләйгә ҡайтһын ине».
Ул көн дә ошо теләктәр менән тамамланды.
Иртәгәһенә тағы яу ҡырынан сәләм килде. «Һеҙ йоҡлайһығыҙмы һуң унда, ҡустым?», - тип ҡыҙыҡһынам. Уның яуабы һәр ваҡыттағыса ҡыҫҡа һәм аныҡ: «Төрлөсә була инде...»
Аралашыу кискәсә кисектерелеп, көн көндәлек мәшәҡәттәр менән үтеп китә. «Телеграм»ды бик өнәп етмәйем, ватсапҡа күсәйек, унда яҙышыу уңайлыраҡ кеүек», - тигәнемә, танышым ул ҡушымтаның үҙҙәре өсөн хәүефле икәнлеген аңлата.
- Ошо көндәрҙә башҡа йүнәлеш буйынса китергә тейешбеҙ. Оҙаҡламай эштәр башлана тигәнем шул була инде, апай.
- Бер үк үҙегеҙҙе һаҡларға тырышығыҙ инде, йәме?!
- Бирешмәҫбеҙ, Алла бирһә. Иң мөһиме - һеҙ беҙҙе онотмағыҙ, шулай яҙып тороғоҙ. Иҫәнлектә осрашырға яҙһын. Бөгөнгә һау булып тороғоҙ!
Көн дә иртән торғас, интернетҡа инеп, яугирҙең «Телеграм»да ҡасан булғанын ҡарарға ғәҙәтләнеп киттем. «Күптән түгел ингән» тигән яҙыу күңелгә тыныслыҡ бирә. Тимәк, ул иҫән-имен. Тимәк, барыһы ла яҡшы!
Мәҡәлә тулыһынса ғинуарҙың 1-се һанында уҡығыҙ.
Автор фотоһы.