Көнгәк
+30 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Января 2025, 02:00

Көләмәс.Башҡорт һәм мәрйә

    

Туйҙан һуң башҡорт мәрйә ҡатынына әйтә икән:
- Әгәр түбәтәйем башымда ҡырыныраҡ ятһа, тимәк, күңелем көр! Нимә теләйһең - вис эшләйем. Ә маңдайға яҡыныраҡ ятһа - уҫалмын, лутсы миңә ҡағылма ла, өндәшмә лә! - ти.
Мәрйүшкәһе:
- Тәәәк... Ярар. Әгәр ҡулдарым итәгемдә ятһа - знащит мин добрая, аш та бешерермен, туҡмасын дә йәйермен... Әгәр ҡулдарым билемдә торһа, абай бул! Түбәтәйең башыңдың ҡайһы тирәһендә ятҡаны бер ниндәй роль уйнамаҫ, ҡара уны!

Йылмай

Автор:
Читайте нас