Унда 40 йәштән 69 йәшкә тиклемге ирекмәндәр ҡатнашҡан. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, кофе йөрәк сирҙәрен, шулай уҡ был ауырыуҙарҙан үлем осраҡтарын кәметкән. Йәғни был мәғлүмәттәр кофе ҡулланыуҙың еңел һәм уртаса кимәлдә ғүмер оҙонлоғоноң артыуы һәм кофенан тулыһынса баш тартыу менән сағыштырғанда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе кәмеүе менән бәйле булыуын күрһәтә. Әммә уны уяныр өсөн иртәнге аш алдынан йәки йоҡларға ятҡанға тиклем 6-6,5 сәғәт алдан эсергә кәрәк. Кофе эсеү араһында кәмендә ике сәғәт үтергә тейеш.
Кардиолог юғары баҫымлы кешеләргә әгәр улар гипертонияға ҡаршы дарыу эсмәһә (170-180/90-100 тиклем) кофенан баш тартырға кәңәш итә. Эсемлек хәлде киҫкенләштерергә һәм ауырыуҙың ҡатмарлашыуына килтерергә мөмкин. Әгәр гипотензив препараттарҙы даими ҡабул итһә, кофенан зыян булмаясаҡ.