Аҡ ҡайындар гәлсәр таж кейгәндәр,
Иңдәрендә - шәлдәр, семәрле.
Күк көмбәҙен ярып ҡояш ҡалҡа -
Тәбиғәттең сихри бер мәле.
Ҡайындарҙың ап-аҡ тәлгәштәре
Ҡуйы ҡыҙыл төҫкә күмелде.
Әйтерһең дә, тылсым эйәһенең
Буяуҙары ергә түгелде.
Мең-мең төҫтә балҡып, яна ҡарҙар,
Тылсым буяуҙары ҡағылғас.
Бәҫтәр әйләнделәр ынйыларға -
Әкиәттәге кеүек һәр ағас...
(Сәкинә Тотманова).