Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2025, 02:00

Көләмәс. Ҡарт бабай

   

Ҡарт бабай әбейенә өндәшә:
- Бигерәк һаранһың шул, Мәфтүхам. Бына, донъя ҡуйып китеп барһам, нисек ерләрһең икән мине?.. Нимә кәрәк тиһәм дә һинең өсөн барыһы ла ҡиммәт! Аҡсаны ҡәбергә алып китеп булмай бит!..
- Һин әйтерһең инде ул, һаран, имеш! Ҡәбереңә олигархтан да кәмерәк ҡиәфәттә инеп ятмаҫһың, бабаҡайым! Ҡиммәтле костюм тектереп, матур итеп кейендереп һалырмын, - ти! Бер түгел өс мулла саҡырырмын!
Былай булғас, бабай тикшереп ҡарамаҡсы була. Бер көн үлгән булып ҡылана... 
Әбей иһә, бабайына тишек-тошоҡ трико, туҙа башлаған футболка менән соланда ултырған иҫке генә кеданы кейҙерә лә, иларға тотона:
- Кемгә ҡалдырҙың һин мине, бабайым?!.. Ҡайҙа киттең мине ташлап?...
Бабай тороп ултыра ла:
- Ҡайҙа киттең, ҡайҙа китте!!! Футболға!!! - тимәһенме

ЙЫЛМАЙ

Автор:
Читайте нас