Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
4 Ғинуар 2025, 07:35

Үпкә тотмайыҡсы яҙмышҡа

Миҙгелдәрҙе күреп шатланыпЙәшем етеп бара алтмышҡа,Йылы һүҙгә мохтаж сағым еткәнСығып барам кеүек алышҡа.

Үпкә тотмайыҡсы яҙмышҡаҮпкә тотмайыҡсы яҙмышҡа
Үпкә тотмайыҡсы яҙмышҡа

Миҙгелдәрҙе күреп шатланып
Йәшем етеп бара алтмышҡа,
Йылы һүҙгә мохтаж сағым еткән
Сығып барам кеүек алышҡа.

Йылы һүҙгә мохтаж сағым еткән
Иләҫ-миләҫ сағым алыҫта,
Һалҡын ҡараш, ауыр,нахаҡ һүҙҙәр
Йәшем барған һайын ялҡыта.

Йылы һүҙгә мохтаж сағым еткән
Сабый бала кеуек күңелем,
Ҡәҙер, хөрмәт, наҙға төрөнөп
Үтһә ине ҡалған ғүмерем.

Тормош-зебра, буйлы буйлы бит ул
Ҡара, һоро төҫтәр ялҡыта,
Тормош йәмен ебәрмәйек дуҫтар
Үпкә тотмайыҡсы яҙмышҡа.
Закира Ганиева.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас