Был хаҡта Мәләүез районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин хәбәр итте.
4 ғинуарҙа Забир Таһирйән улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Батя» ҡушаматлы яугир менән осрашты.
- Әле яугир ялда һәм ошо көндәрҙә фронтҡа китә, шуға күрә беҙ махсус хәрби тәғәйенләнештәге сараны ҡулына тапшырырға булдыҡ. Ҡорамалдар уға һәм уның иптәштәренә хәрби бурыстарҙы үтәгәндә ярҙам итәсәк, - тип яҙҙы Зәбир Ғабдуллин үҙенең социаль селтәрендә.
Ҡәҙерле яҡташтар! Һеҙҙе өйҙә имен-аман һәм еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ!
Контракт төҙөргә теләүселәр Мәләүез ҡалаһы, Ленин урамы, 148-се йорт адресы буйынса 12-се кабинетҡа мөрәжәғәт итә ала.
Белешмә өсөн телефондар: (34764)3-25-24, 8927-347-63-06.