Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Января 2025, 02:00

Көләмәс. Ейәнсәр.

    

Дүрт йәшлек ейәнсәре мөйөштә баҫып тора. Үкһеп-үкһеп илай үҙе...
Олатаһы уның янына килеп, юрамал асыулы тауыш менән:
- Өләсәйең баҫтырҙымы, ҡыҙым? Ҡайҙа, мин уның ҡолағын бороп алайым әле!!! - тигән була.
Илауҙан шып туҡтаған ҡыҙыҡай:
- Олатаааай, һырғаларын миңә бирерһең, йәме! - тимәһенме

ЙЫЛМАЙ

Автор:
Читайте нас