Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Ғинуар 2025, 11:50

Берәүҙә 8 миллион һумға торошло наркотик табылған

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының тәфтиш бүлеге айырыуса ҙур күләмдә наркотик матдәләр законһыҙ етештереүҙә шикләнелгән 29 йәшлек Благовещен кешеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты (РФ Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһының 5-се өлөшө), тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.      

Берәүҙә  8 миллион һумға торошло   наркотик табылғанБерәүҙә  8 миллион һумға торошло   наркотик табылған
Берәүҙә 8 миллион һумға торошло наркотик табылған

Тикшереү версияһы буйынса, элек хөкөм ителгән Благовещен кешеһе гаражда төбәк территорияһында һатыу өсөн синтетик наркотиктар етештереүҙе ойоштора. Нарколабораторияның ҡеүәте аҙнаһына 10 килограмға тиклем тыйылған матдәләр тәшкил итә ала, тиелә матбуғат релизында. УФСБ хеҙмәткәрҙәре яҡынса 8 миллион һумлыҡ 21 килограмдан ашыу N-метилэфедронды тартып ала, тағы 5 килограмм билдәһеҙ матдәләр экспертизаға ебәрелә. Тикшереү үтенесе буйынса Киров район суды ғәйепләнеүсене ике айға ҡулға ала.

Берәүҙә  8 миллион һумға торошло   наркотик табылған
Берәүҙә 8 миллион һумға торошло наркотик табылған
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас