Гел сыбыҡлап алға сығарҙы.
Ашығып та шунан яҙа баҫһам,
Сыбыртҡылап ихлас һыҙырҙы.
Ашыҡҡанға хаталаныу ҡәҙим,
Ашҡа түгел, эшкә бешәһең.
Алып китке килә күтәрмәләп
Иңгә йөкмәп бөтә-бөтәһен.
Сыбыртҡылар аҙ теймәгән арҡа
Көйәнтәләй ҡуя бөгөлөп.
Хаталарың шунан битәр булып
Юл ситенә сыға теҙелеп.
Шул юлды ла лайыҡ үтә алһаң,
Эймәй башың, сөймәй танауың.
Ваҡытынан алда һемерергә
Мәжбүр булған яҙмыш һынауын.
Эй, ҡыҙыҡай, тормош һинән яһай
Сафта ҡалыр яугир йоратын.
...Бәйгеләрҙә янған бер ат ҡарап тора
Ҡыҙығып та тыныс йорт атын.
Айгөл Йәмилева.