Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2025, 06:30

Илдар Ғәбитовтың афоризмдары

Иртәнсәк тиҙ торған баланы аяҡҡа баҫтырыуы ла еңел. Эргәлә булыу яҡынлыҡты аңлатмай. Ауылыңды яратҡас, дауылын да ярат. Хоҙай бәхетте барыбыҙға ла бирә, тик шул бәхеткә һәр кем дә лайыҡ түгел. Рәхәт йәшәү бәхетле йәшәүҙе аңлатмай.

Илдар Ғәбитовтың афоризмдарыИлдар Ғәбитовтың афоризмдары
Илдар Ғәбитовтың афоризмдары

Башватҡыстар оҫтаһы, иҡтисадсы Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов вафат булған.

Ғәбитов Илдар Миҙхәт улы (12 июнь, 1961, Башҡорт АССР-ы, Әбйәлил районы, Буранғол ауылы) — публицист, иҡтисад фәндәре кандидаты (1990), доцент (1998)[1]. Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы баш дәүләт советнигы (1998), Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы (2006).

Ғәбитов Илдар Миҙхәт улы 1961 йылдың 12 июнендә Әбйәлил районының Буранғол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Дондағы Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай (1983).

1983—1990 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник институты, 1990—1997 йылдарҙа Өфө юридик институты доценты.

1997—2004 йылдар — Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең иҡтисад бүлеге мөдире.

2004 йылдан Башҡорт дәүләт университеты доценты.

80-дән артыҡ ғилми хеҙмәт, күп публицистик әҫәрҙәр, төрлө башватҡыстар, сценарийҙар (БСТ-лағы «Арыҫлан» ир-егеттәр клубы, «Алтын тирмә»), «Алтын тирмә» телепроекты авторҙашы, «Юлдаш» радиоһында «Асыҡ студия» алып барыусыһы (2017). «Йәшлек», «Башҡортостан», «Киске Өфө», «Йәншишмә» гәзиттәре, «Шоңҡар», «Аманат» журналдарың йыл лауреаты, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эксперты.

Мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Илдар Ғәбитовтың афоризмдары
Илдар Ғәбитовтың афоризмдары
Автор:
Читайте нас