Таксила ҡайтып барам. 500 һум самаһы килеп сыға юл. Төн, ҡараңғы. Йортҡа килеп еттек, күп ҡатлы. Шунда башыма "Әллә түләмәй ҡасайыммы икән?! Йорт ҙур, подъезға инеп юғалһам - таптың ти тапмай!" тигән уй ояланы. Һуҡмыш башҡа шул ғына кәрәк ине! Такси туҡтау менән сығып һыҙҙым! Тәүҙә бер бағананы аңғармай баш менән бәрелдем, аҙаҡ бордюрға эләгеп аунаным, эскәмйә тураһында бөтөнләй онотолған - уға барып һыландым! Тиҙ генә тороп ары йүгерәм тигән ерҙә эскәмйәнән һәрәйеп торған ҡаҙаҡҡа салбырҙы эләктереп йырттым... Шунан, ярты минут тирәһе домофонды асып маташтым. Такси водителе ҡайҙа икән тип күҙ йүгертәм... Ҡараһам, күҙҙәре шарҙай, машинаһынан сыҡмай ҙа мине күҙәтеп ултыра - "Шок кисергәндер!" тим.
Әммә барыһы ла ябайыраҡ булып сыҡты. Аҙаҡтан, подъезға ингәс кенә. Таксиға ултырғас та водителгә йомартланып 600 һум тотторғаным иҫемә төштө...