Көнгәк
+30 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Января 2025, 12:25

Бибис инәй

Кәзә лә булдымы мал, тип ебәргән булалар ҡайһы бер кешеләр беҙҙә. Әллә. Беҙҙең өсөн кәзә-мал! Тараһаң-дебете, һуйһаң-ите, һауһаң-һөтө,-тей әсәй. Кәзәне күп көтәбеҙ. Әсәйҙең кәзәне бөтөргөһө килмәй. Йәйгеһен бесәнгә лә кәзә һуйып ебәрәһең, ҡаланан ҡапыл ғына ҡунаҡ килеп төшһә лә, кеше һымаҡ тауыҡ баҫтырып йөрөмәйбеҙ, кәзәне сала ла ебәрәбеҙ.- Кәзә итенән дә тәмле ит юҡ донъяла, - тип ебәрә әсәй.

Бибис инәйБибис инәй
Бибис инәй

Кәзә лә булдымы мал, тип ебәргән булалар ҡайһы бер кешеләр беҙҙә. Әллә. Беҙҙең өсөн кәзә-мал! Тараһаң-дебете, һуйһаң-ите, һауһаң-һөтө,-тей әсәй. Кәзәне күп көтәбеҙ. Әсәйҙең кәзәне бөтөргөһө килмәй. Йәйгеһен бесәнгә лә кәзә һуйып ебәрәһең, ҡаланан ҡапыл ғына ҡунаҡ килеп төшһә лә, кеше һымаҡ тауыҡ баҫтырып йөрөмәйбеҙ, кәзәне сала ла ебәрәбеҙ.
- Кәзә итенән дә тәмле ит юҡ донъяла, - тип ебәрә әсәй.
Яҙ етеп, малды ҡырға ҡыуыр алдынан тупһа алдына ҙур алама балаҫ йәйеп ебәрәбеҙ ҙә, кәзә тарарға ултырабыҙ. Күрше ҡатындарҙы өмәгә әйтәбеҙ. Әрһеҙгә кейгән халаттарын беләктәренә элеп, үҙҙәре менән кәзә тараҡтарын тотоп киләләр.
Тәүҙә урындыҡта аяҡтарын һоноп ултырып ,самауырҙы һарҡытҡансы сәй эсәләр.Шунан тыштағы балаҫҡа ултырып кәзә көтәләр.Ағайым берәмләп кәзәләрҙе тотоп алып килеп тора,әсәй оҙон ойоҡ менән кәзәләрҙең өс тояғын ҡушып ,шаҡара бәйләй ҙә,өмәселәрҙең алдына һалып тора!Канвейыр мени!Беҙ,ҡыҙҙар ҙа,бәрән кәзәләрҙе тарарға көтөп ултырабыҙ.Эре тәкәләрҙе әсәй үҙе тарай.
Ниһайәт ,беҙҙең алдыбыҙға ла тояҡтары бәйле кәзә килеп ята.
Тараҡтарыбыҙҙы кәзәнең һыртына батырыуыбыҙ була,кәзәләребеҙ күҙҙәрен алартып ,үҙәк өҙгөс тауыш менән баҡырырға тотоналар,тыпырсыналар, бәйләнмәй ҡалған тояғы менән тибешергә,баштарын күтәреп һөҙөргә ынтылалар,уңғырҙар!
Бахыр кәзәләрҙең тиреһен һаҡһыҙ сапсып ебәрәбеҙҙер инде.
-Ипләп!Тиреһен йырта тырнайһығыҙ бит,аламалар,ошолайтып,тарағығыҙҙың тешен ныҡ батырмай ғына тарағыҙ,- әсәй ҡулыбыҙҙан тотоп,ипләп кенә тарап күрһәтә.Кәзәләр бер -ике тыпырсыналар ҙа,шымалар.Күнәләр бахырҙар.Күҙҙәрен йомоп яталар,йоҡлап китәләр.
Кәзә тарау бер байрамға оҡшап китә.Мәрәкәләшкән ҡайҙа ул!Таҡмаҡ сығарышыу,эс ҡатҡансы көлөү.
Эш бөткәс,әлеге лә шул баяғы кәзә ите ашап,бишбармаҡ менән һыйланып,тирләп-бешеп сәй эсеп,таралышалар ҡатындар.Һәр беренә берәр яулыҡ ябындырып ,гәзиткә күстәнәс төрөп оҙата әсәй.
Шунан дебеттәрҙе еҙ мыҫҡалға һалып үлсәйбеҙ.Мыҫҡалдың бер яғына бер әсмүха сәй һалабыҙ,икенсе яғына- дебет!
Иллешәр,йөҙәр грамм итеп, дебетте гәзиткә төрөп,
күк кәзә,йәйҙәүес аҡ кәзә,ҡара бәрән кәзә,һыныҡ мөгөҙлө кәзә дебете,тип һәр төргәккә яҙып,ҙур сумаҙанға тултырабыҙ ҙа урындыҡ аҫтына тығып ҡуябыҙ.
Әсәй кистәрен ,бушаған мәлдәрендә,дебет иләй.Магниттан алып ҡайтҡан шленканы ҡушып сиратып,йомғаҡлап,Бибис инәйгә алып барабыҙ.
Бибиниса уның тулы исеме.Халыҡ Бибис ,ти ҙә ҡуя.Ул яңғыҙы ғына ҡурсаҡ өйө кеүек бәләкәс кенә өйҙә йәшәй.Тимер карауаты,йәтеш урындығы,өҫтәле ,мейесе,һандығы бар.Йәтеш кенә тәҙрәләрҙә сәскәләр,япраҡтар,күгәрсендәр сигелгән ҡорғандар эленгән,стеналағы кәртишкә рамдарының өҫтөнә лә,көҙгө өҫтөнә лә сәскәле таҫтамалдар һалынған да,һәлберәп төшкән ике ситтәрендә -шау сәскә лә күгәрсендәр.Карауаттың япҡысы ла сигелгән,күперешеп ултырған яҫтыҡтарында ла пар күгәрсендәрҙе сигеп ҡуйғандар!
Урындыҡ өҫтөндә урҙа һуҙылған.Уның өҫтөндә Бибис инәйҙең ,,кешелеккә" кейгән күлдәк,камзулы,эре сәскәле кизе шәле,һары йөмпөрө -эре төймәле кофтаһы эленеп тора.
Бибис инәйҙең башында матур ялтыр яулыҡ,муйынында ат күҙендәй ҙур ҡыҙыл мунсаҡтар.Күҙҙең яуын алырлыҡ.Ҡыҙҙың күҙе ҡыҙылда бит!Иһем китеп ултырам.
Шәл бәйләй ине ул.Оҙон бармаҡтарына күҙ ҙә эйәрмәй.Энәләренең остары бер-береһенә сыҡ,сыҡ итеп тейеп алған булалар.
Бибис инәй үҙе килеп тороп һағыҙ сәйнәй.Туҙҙан ҡайнатылған һағыҙы шарт-шорт килә ауыҙында.Магниттан алып ҡайтҡандыр инде.Баҙарҙан. Минең дә һағыҙ сәйнәгем килеп китә.
Әле әсәй шәл ситен бәйләтергә,тип йомғаҡтар алып килде.Һәләк оҫта,тиҙ бәйләй шул. Әсәйебеҙ уртаһын үҙе бәйләй.
Эш хаҡын килештеләр, әсәйем күстәнәскә бер йомарҙам май, ҡорот,кәзә ите алып килде.
Ҡыш етһә,Бибис инәй менән икәүләп Магнитҡа шәл һатырға йөрөйҙәр. Гәзиткә төрөлгән дебеттәр ҙә ,һарыҡ йөндәре лә ҙур баҙарҙа һатылып бөтә.
Бер шулай былар баҙарға,тип киттеләр ҙә,поездға һуңлап,Магнитта Бибиниса инәйҙең ызнакум мәрйәһендә йоҡларға ҡалдылар,тей.
Шәп мәрйәм бар минең,-тип алып киткән әсәйҙе Бибиниса инәм.
-Ҙур аҡ кәритәһе бар ,ванный,тип атала.Шунда йыуынып ҡайтырбыҙ бер юлы,-тип әйтә икән тей Бибиниса инәй.Ул Магнитҡа аҙна һайын йөрөгәс,ызнакумһыҙ булмай инде!
Кейем-һалым,махорка,одеколон,күлдәклек дауар,суҡлы шәлдәр ,йөн буяуҙары.карманайҙар ,сәйҙәр алып ҡайтып һата.Ыспикулант ,тип әйтәләр уны ауылда.Ул һәйбәт һүҙме,насармы белмәйем.Моғайын ,һәйбәт һүҙҙер.Әсәй насар кеше менән ҡатышмаҫ ине.
Шулайтып,әсәй менән Бибис инәй кисләтеп кенә барып еттеләр,тей мәрйәнең фатирына.Ҡыңғырауға баҫыуҙары булды,ишекте асып та ебәрҙе,ти мәрйә,Бибис инәйҙе һыға ҡосаҡлап,үпәс итеп ,илап та алды,тей.
Шулай ҡыуанды,тей.Бер туғандарын күргән һымаҡ,югереп йөрөп сәй әҙерләп,ашатып,эсереп,йыуындырып,ап-аҡ түшәктәр түшәп,йоҡларға һалды,тей.
-Шулай шәп ул минең Маташам,-тип әйтеп йоҡлап китте,тей Бибис инәй.
Ана шул Бибис инәйҙең Маташаһы йәй еткәс,ауылға еләккә барырмын ,тип әйтте,ти.
-Килерһең,еләк тә мнугы,сейә лә беҙҙә мнугы,тип,вәғәҙәләр бирешеп ҡайтҡандар әсәй менән Бибис инәй ҡыш өҫтөндә.
Ҡыштар үтеп,яҙға инеп,кәзәләрҙе тарап ,улай-былай иткәнсе
йәйе етеп,ғәләмәт булып еләк тә,сейә лә уңды бит! .Бибис инәй Магнитҡа ,үҙе әйтмешләй ,рассада "ашарға барғанында мәрйәһенә инеп сәй эскән, шунан Маташаһын эйәртеп алып ҡатҡан...

(Дауамы бар).

С.Тамимдар.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас