Башгидрометүҙәк синоптиктары яңы аҙна башына фараз бирҙе. Бөгөн, 13 ғинуарҙа, төбәктә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын. Термометр бағанаһы -3, -8 градус күрһәтәсәк.
Шишәмбе, 14 ғинуарҙа, республикала бер аҙ ҡар яуасаҡ, төндә көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10, көнсығышта -12,-17, көндөҙ -2,-7 градус.