
Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында булып үткән хәйриә концертында был оран бер нисә тапҡыр яңғыраны. Сараға билеттар һатыуҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияға ярҙам өсөн тәғәйенләнгән.
“Беҙ үҙ Ватаныбыҙға хыянат итмәйбеҙ” (“Мы СВОю Родину не предаем”) тип аталған был сараны республиканың атҡаҙанған артисы, БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайы депутаты Рәмил Бәҙәмшин төбәк Хөкүмәте ярҙамында ойошторған. Быйылғы йыл, билдәле булыуынса, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде, ошо концерт был йүнәлештәге ярҙам сараларының береһе булып тора.
Вице-премьер ҙур ойоштороу эше башғарған өсөн Рәмил Бәҙәмшинға рәхмәтле булыуын белдерҙе һәм уға республика Хөкүмәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Артабан Ирек Хәйривәри улы тамашасылар алдында “Зинһар өсөн, ҡайтығыҙ” йыры менән сығыш яһаны.
Махсус хәрби операция инвалидтарын һәм ветерандарын социаль яҡлау буйынса Миңлеғәле Шайморатов исемендәге хәйриә фонды исеменән МХО зонаһындағы яугирҙәргә әүҙем ярҙам күрһәткәндәр Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Концертта Башҡортостандың халыҡ артисы Миңнәхмәт Ғәйнетдиновтың баянда өҙҙөрөп уйнауы, йәш артистарҙың сығыштары алҡыштарға күмелде. Алиса Спиридонова ире МХО-ла саҡта уны һағынып ижад иткән йырын ялға ҡайтҡан тормош иптәше Володя менән бергәләп башҡарҙы. Ә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарынан торған “Йәшел береттар” ансамбленең афған һуғышы ҡаһармандарына арналған “Төштәремә инә ҡәһәр һуғыш, төштәремә инә Кандагар” тип аталған йырын залда тыныс күңел менән тыңлаған кеше ҡалмағандыр.
Сара аҙағында Рәмил Бәҙәмшин был акцияны ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа рәхмәтен еткерҙе.
Концерт тамамланыр алдынан иғлан итеүҙәренсә, был хәйриә акцияһы һөҙөмтәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярты миллион һумға яҡын аҡса йыйылған.
Автор фотоһы.