Скумбрия — 3 шт
Һыу — 300 мл
Тоҙ — 25 г
Шәкәр — 15 г
Ҡара борос — тәменсә
Лавр япрағы — 1 шт
Горчица — 2 ҡалаҡ кәрәк була.
Балыҡты эсен-тышын яҡшылап йыуабыҙ, киҫәктәргә бүләбеҙ ҙә һауытҡа һалабыҙ. Икенсе һауытта үрҙә атап кителгән тәмләткестәрҙе һалып, һыуҙы ҡайнатып һыуытабыҙ һәм балыҡ өҫтөнә ҡойоп, өҫтөн ябып ултыртабыҙ. 24 сәғәттән һуң ашарға мөмкин.