Кисә Баймаҡ районындағы Монасип шарлауығы янында ирле-ҡатынлы пар аҙашҡан. Улар шарлауыҡтың матурлығына һоҡланырға бара һәм аҙаша. Ир менән ҡатын маршруттан тайпылып, үҙаллы юлға сыға алмай, шуға күрә ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары геолокацияны нисек ебәрергә кәрәклеген аңлатҡас, уларҙың ҡайҙа икәнлеген тиҙ асыҡлай. Хеҙмәткәрҙәр парҙы ҡаргиҙәрҙә автомобиль юлына тиклем эвакуациялай, шунан һуң үҙ автомобилендә Сибайға туғандарына алып барып еткерҙе, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Бынан алда Башҡортостанда студент салют атҡанда йәрәхәтләнгән һәм комаға киткән.
https://www.bashinform.ru/