Бик тәмле ҡаймаҡ ләүәше (сметанник).
Ҡамыр: 2 стакан он
1 балғалаҡ сүпрә
1 йомортҡа
1 стакан һөт
3 ҡалаҡ шыйыҡ май.
Ҡамыр баҫып, ҡабартып алабыҙ.
Эслек: 1 банан, 20% магазин ҡаймағы. 2 стакан ҡаймаҡҡа 3-4 йомортҡа, 6 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2 ҡалаҡ какао порошогы һалып болғатабыҙ.
Ҡамырҙы табаға тигеҙләп йәйеп, ситтәрен күтәрәбеҙ. Унан 1 банан турап һалабыҙ. Ҡаймаҡлы массаны банан өҫтөнә һалып, духовкала ҡуябыҙ. 200 градуста 40 минут бешә.
Автор фотоһы.