Туймазы районында «Неоплан» шәхси автобусы М-5 «Урал» трассаһының 1291-се саҡрымында янған.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр Махачкала-Өфө маршруты буйынса хәрәкәт иткәндә янып киткән транспортты һүндергән. Янғынды 18 минутта һүндереп бөтөрөүгә өлгәштек. Һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Салонда 12 кеше була, шуларҙың 3-ө-водитель һәм 9-ы пассажир.
Ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре бөтә пассажирҙарҙы хеҙмәт автомобилдәренә ултырта, һуңынан уларҙы яҡындағы ҡунаҡханаға алып китәләр.
Бынан алда Башҡортостанда йәшәүселәрҙе М-5 «Урал»трассаһында хәрәкәтте сикләү тураһында иҫкәрттеләр.
https://www.bashinform.ru/