Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2025, 01:44

Мәхәббәт тураһында иң матур риүәйәт

Мөхәббәт менән Айырылышыу баҫыу ҡырында торған ҡыҙ менән егетте күреп ҡалған.

Мәхәббәт тураһында иң матур риүәйәтМәхәббәт тураһында иң матур риүәйәт
Мәхәббәт тураһында иң матур риүәйәт

Айырылышыу:
- Мин уларҙы айыра алам бит ул, - тигән.
Мөхәббәт:
- Туҡтап тор әле. Бер генә тапҡыр яндарына барып киләм... – тигән дә, барып, уларҙың күҙендә осҡон барлыҡҡа килеүен күргәс, кире әйләнеп килгән.
Айырылышыу:
- Юҡ инде, хәҙер бер нәмә лә эшләй алмайым, һуңғараҡ барырмын.
Ваҡыт үткән. Айырылышыу, быларҙың һөйөү хисе һүрелгәндер инде, хәҙер уларҙы айырырға була, тип уйлап, теге икәү янына барһа, уларҙың араһында сабый ултырғанын, ә ҡатын менән ир күҙендә бер-береһенә Рәхмәт тойғоһон күрә.
Айырылышыу һуңғараҡ килергә ниәт итеп, кире әйләнә.
Бер аҙҙан Мөхәббәт һәм Рәхмәт хисе үткәндер инде, хәҙер һыуындырырға була, тип барһа, уларҙың ҡарашында Ихтирам һәм Бер-береңде аңлауҙы, өсөнсө килгәнендә улар йөҙөндә Ышаныс тойғоһон балҡыуын тоя.
Байтаҡ ваҡыт үткәс килһә, өй тулы балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шау-гөр килә икән. Ә камин янында ҡатын болоҡһоп ултыра. Хәҙер инде уларҙы айыра алам тип ҡыуана. Ҡатындың күҙенә ҡарарға ғына ынтылһа, уныһы тора ла, сығып китә. Айырылышыу уның артынан зыяратҡа килә.
Үҙенең һуңлағанлығын аңлай Айырылышыу. Шулай ҙа ҡатындың күҙенә ҡарарға өлгөрә һәм унда иҫ киткес матур Иҫтәлекте абайлай: Мөхәббәт, Рәхмәт, Ихтирам менән Бер-береһенә ышанып һәм аңлашып йәшәү хәтирәһен...

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас