Бөгөн Ватан һағындағы яугирҙәрҙең ғаиләләренә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырыша.
Илмир УРАЗИНБӘТОВ, Мәләүез ауыл биләмәһе башлығы:
- Мәләүез ауыл биләмәһе хакимиәтенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре һәм ҡатындары мунса өсөн утын әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорап йыш мөрәжәғәт итә.
Беҙгә һалдаттарҙың ғаиләләрен йылытыу миҙгеленә утын менән тәьмин итеүҙә урман хужалығы һәм Кузьминский ауылы эшҡыуары Сергей Митрюков ярҙамлаша. Улар утынды биләмәгә ҡараған ауылдарға тиклем алып бара. Яуҙағы егеттәрҙең барыһы ла үҙебеҙҙең яҡташтар. Кемдер ил именлеген өлөшләтә мобилизация сиктәрендә һаҡлаһа, икенселәр үҙ теләге, йәғни контракт төҙөп юлланды. Һалдаттар яҡындары өсөн борсолорға тейеш түгел, шуға күрә уларҙы ҡулдан килгәнсә хәстәрләргә тырышабыҙ.
Изге эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм һәм эштәрендә уңыштар теләйем.
Фотолар архивтан.