Бөгөн, 28 ғинуарҙа, Богородский ауылы халҡы махсус хәрби операция яугире Александр Баранов (18.02.2006 - 28.12.2024 й.й.) менән бәхилләште.
Матәм сараһында уның яҡындары, ауылдаштары, рәсми вәкилдәр һәм башҡалар ҡатнашты.
Александр Алексеевич 2006 йылдың 18 февралендә Мәләүездә тыуған. 9-сы класҡа тиклем Воскресенский урта мәктәбендә уҡый.
2024 йылдың 4 июненән РФ Ҡораллы көстәре сафында хәрби хеҙмәтен үтәй.
2024 йылдың 2 авгусында контрактҡа ҡул ҡуйып махсус хәрби операцияға китә. 2024 йылдың 28 декабрендә Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары биләмәһендә хәрби бурыстарҙы үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Мәрхүмдең бар яҡын кешеләренең ауыр хәсрәтен уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото архивтан.