Алһыу ҡыҙыл күҙ йәштәрен түгеп,
Һаубуллаша тамсы гөлдәре.
Әйтерһең дә, улар әсәйемдең
Тын моңһоулыҡ тулы күҙҙәре.
Һуңғы тапҡыр мин урамға бағам,
Тәҙрә яңағына һөйәлеп:
Ҡайтыуҙары өйгә күңелле лә,
Китеүҙәре ҡыйын, тейәлеп...
Төйөнсөктәр төйнәй юлға әсәй,
Китәме ни алыҫ илдәргә...
Иҫтәреңә төшһәм, һыу һип, әсәй,
Мин ултыртҡан тамсы гөлдәргә...
— Һау бул, балам!
Хатты йышыраҡ яҙ,
Эш-көштәрең булһын гел уңға...
... Юлға сығам,
Әсәм сәсендәге
Аҡ юлаҡтар буйлап аҡ юлға.
Рәмзилә Хисаметдинова.
https://vk.com/beauty_blog19