Көпә-көндөҙ фатирға ҡораллы ҡараҡ килеп ингән! Ҡатынды бәйләп һалған, пистәлите менән иргә янап, өйҙә ниндәй байлыҡ бар - пакетҡа тултырырға ҡушҡан.
- Абзыыый, тыңлале! - тип ялбара ти ир, ҡараҡҡа - Зинһар, ҡатынды ғына ысҡындырып ебәр инде, зинһар өсөн генә! Нимә кәрәк - вис тейәп сығарам! Ҡатынды ғына ебәр!
- Нимә, ҡатыныңды шул хәтлем ныҡ яратаһыңмы әллә? Ҡалтырап төштөң!
- Юҡ, быныһы күршенең ҡатыны, минеке биш минуттан ҡайтып инергә тейеш!