Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2025, 12:30

"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә

Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин башланғысы менән «Ҡарлы йома» өмәһе старт алғайны.

"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә
"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә

Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин башланғысы менән «Ҡарлы йома» таҙалыҡ өмәһе старт алғайны.

Аҙнаның һуңғы эш көнөндә ойошторолған өмәгә район хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре дәррәү ҡушыла. Улар эргә-тирәләге биләмәләрҙе ҡарҙан һәм боҙҙан таҙарта.

Халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында булдырылған сара тирә-яҡты тәртиптә тотоу ысулы ғына түгел, физик әүҙемлек, кәйефте күтәреү һәм һаулыҡты нығытыу өсөн мөмкинлек тә ул. Берҙәмлектә башҡарылған эш ойошмаларҙың һәм учреждениеларҙың инеү урындарына, тротуарҙарға һәм эргә-тирәләге биләмәләргә инеү юлдарын ҡарҙан таҙартыу мөмкинлеге бирә.

Беренсе өмәлә йөҙҙәрсә кеше ҡатнашһа, бөгөн дә һәр кем ҙур теләк менән үҙ биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Был сара аҙна һайын үткәрелә һәм май байрамдарына тиклем дауам итәсәк.

Автор фотолары.

"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә
"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә
"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә
"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә
"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә
"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә
"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә
"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә
"Ҡарлы йома" өмәһе дауам итә
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас