Кеше хеҙмәттән «баш тартыу» өсөн һылтанма буйынса күсһә, уның смартфонына зарарлы программа индерелә. Ул енәйәтселәргә кешенең бөтә шәхси мәғлүмәттәренә, шул иҫәптән уның банк ҡушымтаһына инеү мөмкинлеген аса.
Мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн:
- почтаға килгән хаттарҙағы һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ;
- банктың рәсми номеры буйынса шылтыратып (телефоны ойошманың сайтында күрһәтелә), банк вәкиленән мәғлүмәтте асыҡлағыҙ;
- тикшерелмәгән ресурстарға үҙегеҙҙең банк картағыҙҙың реквизиттарын индермәгеҙ;
- ҡоролмағыҙҙа вирустарға ҡаршы программаны даими яңыртып тороғоҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан