Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Февраль 2025, 07:25

Алға, һөнәрмәндәр!

Бөгөн ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында «Һөнәрмәндәр» чемпионатының төбәк этабын асыу тантанаһы үтте.

Алға, һөнәрмәндәр!Алға, һөнәрмәндәр!
Алға, һөнәрмәндәр!

Бөгөн ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында «Һөнәрмәндәр» чемпионатының төбәк этабын асыу тантанаһы үтте.

Уҡыу учреждениелары студенттарына белемен һәм һәләтен, уларҙың остаздарына үҙ тәжрибәһен һынарға мөмкинлек биргән, илдә иң абруйлы һәм уңышлыларҙан һаналған чемпионат киләсәк быуынға артабан хеҙмәт урынында карьера үҫешенә булышлыҡ итәсәк.     

Сараны асып, колледж директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айрат Аллабирҙин йәш һөнәрмәндәрҙең һәләтен асыуға булышлыҡ иткән чемпионаттың йылдан-йыл камиллаша барыуы хаҡында һүҙ алып барҙы.

Белем биреү учреждениеһында биш көн дауамында «Умартасылыҡ», «Бухгалтер иҫәбе», «Копирайтинг», «В2В (БиТуБи) һатыу психологияһы» һәм быйыл беренсе тапҡыр башланғыс алған «Энергоаудит технологияһы», «Страховка эше» йүнәлеше буйынса һөнәри оҫталыҡ ярыштары үтә.

- Беҙҙең колледж майҙансыҡтарында Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Ишембай, Мәләүез, Кумертау ҡалаларының һөнәри белем биреү учреждениеларында белем алыусылар үҙ белемен һәм оҫталығын һынаясаҡ, - ти «Умартасылыҡ» компетенцияһының баш эксперты Татьяна Фадеева.

Әйткәндәй, был көндәрҙә ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү һәм индустриаль колледждары студенттары һәм уларҙың остаздары республика колледждары майҙансыҡтарында башҡа компетенциялар буйынса ярыштарҙа ҡатнаша.

Уларҙың сығыштары уңышлы булыуын теләйбеҙ.

Автор фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас