Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
12 Февраль 2025, 05:22

Башҡортостанда эш хаҡы артҡан

Башстат республикала йәшәүселәрҙең 2024 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында эш хаҡы кимәлен иғлан итте.

Башҡортостанда эш хаҡы артҡанБашҡортостанда эш хаҡы артҡан
Башҡортостанда эш хаҡы артҡан
Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, республикала уртаса айлыҡ эш хаҡы 65 325 һум булған. 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда сумма 17,6% артҡан.

Илдә уртаса үҫеш – 17,8% һәм уртаса эш хаҡы күләме 84 241 һумға еткән. Иң юғары хеҙмәт хаҡы – Чукотка (177 936 һум), Ямал-Ненец (159 782 һум) автономиялы округтарында һәм Мәскәүҙә (151 184 һум), тип хәбәр итте "Башинформ".

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас