-Шунан, иртәнге физкультминутка нисек үтте? Мускулдарың ауыртып тормаймы?- тим.
-Әле каникул бит. Мөмкинлек булғанда йоҡо туйҙырайым әле. Эш көнө башланғас та, сәләмәт тормошто башлайым, - тип яуапланы.
Оҙайлы ял үтеп, беренсе эш көнөндә шылтыратһам, танышым бөтөнләй эшкә йоҡлап ҡалған, имеш. Көлөргәме әллә иларғамы - белмәй ултыра...
Һеҙҙең арала ла минең танышым кеүектәр юҡ түгелдер: кемегеҙҙер Яңы йылдан диетаға ултырам, тәмәке ташлайым, китап уҡый, бассейнға йөрөй башлайым тип хыялланып та, тәүге көндән килеп сыҡмағас, өмөтөн һүрелдереп, был изге ниәтен тағы ла икенсе йылға ҡалдырғандар барҙыр. Төшөнкөлөккә бирелергә ашыҡмағыҙ әле. Минеңсә, зарарлы ғәҙәттәрҙән арынып, яңыса йәшәй башлау өсөн бер ҡасан да һуң түгел. Иң мөһиме, өйрәнгән, ҡалыпҡа һалынған тормошоғоҙға, көнитмешегеҙгә яңылыҡ индерергә ҡурҡмай, яңыса йәшәргә тигән ниәтегеҙҙең булыуы.
Яңы ғәҙәткә өйрәнеп китеү өсөн, әлбиттә, һәр кешенән ҙур ихтыяр көсө, маҡсатҡа ынтылыш талап ителә. Психологтар икенсе ҡылыҡ-ғәҙәтте үҙләштереү, формалаштырыу өсөн ярайһы ҙур ғына ваҡыт кәрәк булыуын иҫбатлаған.
Был тәңгәлдә үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙең һығымтаһы төрлөсә. Билдәле яҙыусы, пластик хирург Максвелл Мольц кешелә яңы ғәҙәт башлыса 21 көндә формалаша тип иҫбат иткән. Ул был һығымтаны аяҡ-ҡулын юғалтҡан кеше 21 көндә генә аяҡ-ҡулыныың юҡлығын һиҙеүен аңлағандан һуң яһаған. Яңы ҡылыҡты үҙләштереү өсөн 66 көн кәрәк тигән фекер яҡлы ғалимдар ҙа күп.
Ғөмүмән, төрлө ғәҙәт-ҡылыҡ өсөн төрлө ваҡыт талап ителергә лә мөмкин. Был шулай уҡ кешенең холҡона, һәләтенә лә бәйле булыуы ихтимал. Шуға күрә бер көн гимнастика эшләмәүең йәки диета тотмауың ғәҙәттең формалашыуына ҡамасаулай алмай, минеңсә. Шулай булғас, кем Яңы йылдан яңыса йәшәргә, яңы шөғөл үҙләштерергә уйлаған ниәтегеҙҙән ҡайтмағыҙ. Йыл буйы йөрөткән хыялығыҙҙы бойомға ашыра башлағыҙ.
Лена Абдрахманова.