Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм -
Юҡ-барға йән ҡыйнашмағыҙ.
Боҙолошоу - сирек әжәл.
Әжәл менән һынашмағыҙ.
Араларға ышанмағыҙ,
Ваҡыттарға таянмағыҙ.
Айырылышыу - ярты әжәл.
Әжәл менән шаярмағыҙ.
Ә шулай ҙа, һөйөү барҙа,
Төҙәлмәҫтәй яралар юҡ.
Һөйөү һүнһә, кеше үлә.
Әжәлдәрҙән саралар юҡ.
М.Кәрим
1977