Ҡатыны иренә әйтә икән:
- Бынауы беҙҙең яңы күршеләр бигерәк матурҙар, бер-береһен һөйөүсе йән киҫәктәр ҙә инде. Ире һөйгәнен гел генә ҡосағында тота, үбеп тә туя алмай, иретерлек матур-матур һүҙҙәр әйтә. Ниңә һин дә шулай эшләмәйһең?
- Сания, һин нимә?! Мин бит уның ҡатынын бөтөнләй белмәйем...