Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
14 Февраль 2025, 00:46

Ялҡау

Насар кәйеф - ялҡаулыҡтың бер төрө Иоганн Вольфганг Гете кәйефһеҙлек тураһында шулай тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына ҡайҙалыр барырға, нимәлер эшләргә теләмәһәк, кәйеф юҡлыҡҡа һылтанабыҙ. Ә уны кем булдыра һуң? Күтәренкелек, яҡшы кәйеф кешенең үҙенә бәйле түгелме ни? Ни өсөн беҙ кәйефебеҙҙең батшаһы түгел, ә ҡоло булабыҙ? Әйҙәгеҙ әле, билдәле кешеләрҙең, ғалимдарҙың һүҙенә “ҡолаҡ һалайыҡ”...

ЯлҡауЯлҡау
Ялҡау

Яҙмышығыҙ ҡыуандырһын тиһәгеҙ, иң беренсе, уға үҙегеҙ йылмайығыҙ.

(Б.Спиноза).

Күтәренке кәйефле кешеләр иғтибарҙы күберәк тарта.

(Е.Шпигель).

Көйһөҙ әҙәмгә ай ҙа ярамай, көн дә ярамай.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

Көндәштәреңә ҡыйын булһын тиһәң, һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә бул.

(Диоген).

Яҡшы кәйеф аҡылдың һәм изге ниәттәрҙең бергә булыуына бәйле.

(Мередит).

Физик һаулыҡ өсөн иң беренсе дарыу - яҡшы кәйеф һәм күңел күтәренкелеге.

(К.Бострем).

Һәр ваҡыт күтәренке кәйеф менән йөрөү аҡыл билдәһе.

(М.Монтень).

Иң мөһиме - яҡшы кәйеф, башҡаһын аҡса хәл итә.

(В.Георгиев).

Яҡшы кәйеф беҙҙең үҙебеҙгә генә түгел, ә беҙҙе уратып алған мөхиткә, ваҡиғаларға ла ныҡ бәйле.

(Ш.Бронте).

Иртә торғандар бәхетле була, тиҙәр. Юҡ, уңыш яҡшы кәйефле кешеләргә йышыраҡ килә.

(М.Ашар).

Һауа торошо - кәйефкә, ә кәйеф ғаиләләге “һауа торошона” йоғонто яһай.

(С.Грицюк).

Кәйефең күтәренке булған көндәрҙә генә эшләһәң, был донъяла бер нәмәгә лә өлгәшмәҫһең.

(Р.Шарма).

Ни эшләп шулай икән: әгәр кешегә ҡыйын булһа, башҡаларға ҡарағанда ҡыйын булған кеше менән уға рәхәтерәк?

(А.Калинин).

Бәхет һәр ваҡыт күтәренке кәйеф менән йөрөгәндәрҙең йортоноң ишеген йышыраҡ ҡаға.

(Л.Тостой).

Кәйефе яҡшы булһа, кешеләр күберәк изгелек ҡыла.

(Ю.Никулин).

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас