Бер кеше аҡыл эйәһенә үҙенең ярлы йәшәүенә зарлана. Аҡыл эйәһе уға яуап итеп былай ти:
- Бер күҙеңде ун мең долларға, икәүһен дә егермегә алыштырабыҙ" тип һораһалар ризалашыр инеңме?
- Юҡ!
- Аяҡ-ҡулдарың өсөн дә хаҡ бирәбеҙ тиһәләр?
Фәҡир тағы баш тарта. Аҡыл эйәһе бының бөтә тән өлөштәренең күпмегә төшөрөн һанап сығара ла: "Һин бит миллионер, бының өсөн рәхмәтле була белергә тейешһең", - ти.
Иртән бөтә тәнең һау, йәнең тыныс уянһаң, көнө буйы ашарлыҡ ризығың булһа – һин солтан, - тигән хәҙисте онотмайыҡ.
https://vk.com/beauty_blog19