Мине рәнйеткәндәрҙе ғәфү итеп, үҙемдең белеп һәм белмәй эшләгән гөнаһтарым өсөн ғәфү үтенеп, бурыстарҙы ҡайтарып, ризалыҡ алып йөрөгәндә осрағайның. Ниәт иткәндәремде үтәп, әйтеп аңлатҡыһыҙ ниндәйҙер еңеллек тойғоһо менән килә инем урамдан. Күңелдә бер ниндәй ашҡыныу ҙа, борсолоу ҙа, ҡурҡыу ҙа, хәсрәт тә юҡ. Элек осрашҡанда бөтмәҫ мәшәҡәт, проблема тураһында ғына һөйләшеп, бөгөн ул хаҡта бер һүҙ ҡатмағанғамы, әллә ғәжәпләнеп, әллә һоҡланып, ә бәлки минең ҡурҡыныс уйымды һиҙепме: “Ҡайһылай матурланып киткәнһең, ике күҙең ике йондоҙ кеүек кеүек әллә ҡайҙан янып килә”, - тинең.
Минең һуңғы ярты йылда кисергәндәремде белә инең, әммә ул хаҡта бер нәмә лә һораманың. Мин ни әйтергә белмәй аптыранып торғансы “Көслө ҡатын һин” тип өҫтәнең. Беләһеңме, ошо һүҙҙәр мине яңылыш аҙымдан, дөрөҫөн әйткәндә, ҙур гөнаһтан һаҡлап алып ҡалды бит.”
Яҡшы һүҙ – йән аҙығы тигән хәҡиҡәткә тағы бер тапҡыр инанып, әңгәмәсемде бүлмәй генә тыңлайым. Үҙем бынан байтаҡ йылдар элек булған осрашыуҙы хәтерләргә тырышам.
Ҡанаты һынған ҡош кеүек яурынбашы төшкән хәлдә осраттым мин танышымды. Ни тиклем көслө, сабыр булырға тырышһа ла, бик бирешкән ине ул. Быға ғәжәпләнергә лә түгел, һуңғы осорҙа әллә күпме ҡайғы-хәсрәт ябырылды бит уның иңенә. Хәл-әхүәлен һораманым, былай ҙа эсе тулы ут-ялҡын икәнлеге күренеп тора: һөйөклө әсәһен юғалтты, ире төрмәгә ултырҙы, үҫмер улы улы менән көсөргәнешле мөнәсәбәт. Өҫтәүенә кескәйендә ауыр сир тапҡандар.
Яҡын танышымдың битараф ҡарашы миңә түгел, билдәһеҙ тарафҡа йүнәлгән. Ярты йыл элек кенә нур сәскән матур күҙҙәрҙе танымаҫлыҡ булып үҙгәргәйне.
“Ҡабаланып ҡайттым да, көҙгөгә баҡтым: һин әйткән матур күҙҙәрҙе күрмәнем, әлбиттә, - уларҙы йәш ҡаплағайны. Шулай ҙа йәш аралаш унан, ысынлап та, матур ҡатындың һынын күрҙем. Шаяртыпмы, шелтәләпме, бармаҡ янағандай тойолдо ул миңә. Шунан илай-илай үлемтектәремде йыртып ташланым. Йылы һүҙ таш иретер тигәндәре шулдыр инде, ҡатҡан бәғерем яҡшы һүҙҙән иреп, йәш булып аҡты ла аҡты. Илап туйғас, үҙемдә ниндәйҙер көс, ҡеүәт барлыҡҡа килеүен тойҙом.”
Әлеге ваҡытта был танышым, шөкөр, уңышлы ғына эшләп йөрөй. Үҫмерлек осорон ауыр кисергән өлкән улы - бөгөн ышаныслы ярҙамсыһы, техникум тамамланы, армияға барып ҡайтты, төшөмлө генә эшкә урынлашты. Кесеһенең сире лә артта ҡалды, әле ул юғары уҡыу йорто студенты.
“Әлдә шунда һин осраның, юғиһә балаларым үкһеҙ йәтим ҡалыр ине. Һинең “көслөһөң” тигән һүҙҙәрең миңә ҡанат бирҙе, күңелемде күтәрҙе, көс өҫтәне. Шуға ҙур рәхмәт,” - тине хушлашҡанда.
Был ваҡиғанан нимә әйтергә теләгән аңлашылалыр: һүҙ һәм һүҙҙең көсө хаҡында булыр.
Һәр һүҙ көслө энергияға эйә. Кеше тормошон үҙгәртеү өсөн бер һүҙ ҙә етә. Быны һеҙ әлеге миҫалда ла күрҙегеҙ. Яҡшы һүҙ кешегә нисек тәьҫир итһә, яманы ла шундай көскә эйә. Шуға күрә һәр ваҡыт етешһеҙлеккә, кәмселеккә баҫым яһағансы, уның яҡшы һыҙатын, матур сифатын табырға кәрәк. Кире, насар һүҙҙәр мейелә оҙаҡ һаҡланыусан, кеше уларҙы бик оҙаҡ хәтеренән сығармай. Һөҙөмтәлә уның йоғонтоһо һаулыҡҡа зыян итә. Нахаҡ һүҙҙәр ҙә кешене ауыр хәлгә тарытыуы бар.
Атай-олатайҙарыбыҙ һүҙ көсө хаҡында бик аҡыллы әйткән: үлтергән дә, терелткән дә - һүҙ. Бик тапҡыр әйтелгән, минеңсә. Шуға күрә бер-беребеҙҙән яҡшы һүҙҙәр йәлләмәйек. Һәр кешенең кәмселеге лә, өҫтөнлөгө лә булыр. Ана шул яҡшы яғын күберәк күрәйек, йыл һүҙ әйтеп күңелен үҫтерәйек. Кешенең көслө, һәләтле, матур булыуына ышандырыуҙың ыңғай яҡтары бик күп. Яҡшы энергия йөрөтөүсе һүҙ организмды нығытырға, ҡурҡаҡты батыр итергә, сирлене тергеҙергә һәләтле. Ә был бөгөнгө тормошта бик тә кәрәк.