Ә минең уға асыуым да, көлкөм дә килмәй. Киреһенсә, бер аҙ йәлләңкерәйем дә шикелле, сөнки, ысынын ғына әйткәндә, уның маҡтанырлыҡ бер нәмәһе лә юҡ. Ул быны тик башҡалар үҙенең күңеле китек булыуын белмәһен, аңғармаһын өсөн генә эшләгән кеүек. Йәштән беләм мин уны. Бәхетле, хәсрәтһеҙ сағында ул бер ҡасан да алдашманы ла, маҡтанманы ла. Әле ул үҙен төрлө яҡлап уңышһыҙлыҡ оҙата килгәс, башҡаларҙан кәм булмаҫ, дөрөҫөрәге өҫтөнөрәк булып күренер өсөн генә эшләйҙер, тип уйлайым.
Һинең турала белгән кеше алдында маҡтаныу көлкөгә ҡалыу менән бер.
(Эзоп).
Маҡтансыҡтың күңеле, алтын ялатылған ҡоралға оҡшаш - икеһенең дә эске торошо тышҡыһына тура килмәй.
(Пифагор).
Үҙенең ҡаҙаныштары тураһында үҙе һөйләгән кешенең күңеле һеҙ уйлағанса изге түгел.
(Д. Неру).
Маҡтаныу хур итә, тыйнаҡлыҡҡа ни етә.
(Башҡорт халыҡ әйтеме).
Бөгөнгөһө тураһында әйтер һүҙе булмағандар, элекке ҡаҙаныштары менән маҡтаныусан.
(М. Цицерон).
Маҡтаһындар өсөн түгел, ә эшең маҡтауға лайыҡ булһын өсөн тырыш.
(Я. Коменский).
Өҫтөнөрәк булыуыңды башҡаларға күрһәтмәҫ өсөн ҙур аҡыл кәрәк.
(Ф. Ларошфуко).
Дошмандарығыҙ барлыҡҡа килеүен теләмәһәгеҙ, аҡыллыраҡ булыуығыҙ менән маҡтанмағыҙ.
(А. Шопенгауэр).
Яңғырауыҡлы һүҙҙәр күп осраҡта кешенең көсһөҙлөгөн күрһәтә, ә кем ҙур эшкә һәләтле, ул ғәҙәттә ауыҙ асып һүҙ әйтмәй.
(М. Цицерон).
Күп күргән - аҙ һөйләй, кем күп эшләй - ул был хаҡта һөйләмәй.
(Авторы билдәһеҙ).
Аҡыллы кеше һине әрләһә - был насар, ә йүләр маҡтаһа - тағы ла насарыраҡ.
(Т. Ириарте).