Алдағы көндәрҙә республикала бер аҙ йылыта, тип хәбәр итте төбәк синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел үҙгәреүсән талғын. Һауа температураһы көндөҙ - 11, -16, таулы райондарҙа - 6 градус.
Йома, 21 февралдә, яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ көньяҡ-көнсығыш райондарҙа бер аҙ ҡар. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 20, -25, урыны менән - 27, -32, көндөҙ -9, -14 градус.
Шәмбе, 22 февралдә, республиканың төньяҡ өлөшөндә яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 21, -26, көндөҙ -6, -11 градус.
Республиканың көньяҡ яртыһында бер аҙ ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -15, -20, көндөҙ -6, -11 градус.