«Был сара барышында водителдәрҙең спиртлы эсемлектәр ҡулланғанмы-юҡмы икәнен асыҡлау өсөн тикшереүҙәр ойошторола. Бөтә водителдәрҙе лә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырам, сөнки бындай сәфәрҙең эҙемтәләре бик ҡыҙғаныс булыуы ихтимал», — тип билдәләне ведомство етәксеһе Владимир Севастьянов.
Дәүләт автоинспекцияһы статистикаһы буйынса, 2024 йылда һәр дүртенсе үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы иҫерек водителдәр ҡатнашлығында була. Улар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра, тип хәбәр итте "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.