Фәрештәләр - Аллаһтың нурҙан яратылған ҡолдары. Улар гонаһһыҙ, нәфсеһеҙ, енесһеҙ, күҙгә күренмәгән заттар. Беҙҙең кеүек ашау-эсеүгә, йоҡлауға мохтаж түгелдәр. Алла ҡушҡандарын үтәп, Уға һис бер туҡтауһыҙ ғибәҙәт ҡылып торалар.
Иң мәшһүр фәрештәләрҙең исемдәре:
Ябраил, Микаил, Ғазраил, Исрафил. Ябраил, пәйғәмбәрҙәргә изге хәбәр килтереп торған. Микаил, ғәләйһис-сәләм, ямғыр, ел һәм башҡа тәбиғәт күренештәре менән эш итә. Исрафил, ғәләйһис-сәләм, Аллаһы Тәғәлә бойороуы буйынса сурға (борғоға) өрөп, Ҡиәмәт көнөн иғлан итәсәк. Ғазраил, ғәләйһис-сәләм, беҙҙең йәндәребеҙҙе алыусы фәрештә.
Тағы ла һәр ваҡыт кешеләргә юлдаш булған Кираман-Кәтибин исемле фәрештәләр бар. Улар әҙәмдең уң һәм һул яғында булып, беҙ әйткән һәр бер һүҙҙе яҙып алып тора. Уң яҡтағы фәрештә яҡшы ғәмәлдәребеҙҙе яҙа, һул яҡтағыһы насарҙарын теркәп бара. Улар яҙып барған ғәмәлдәребеҙ дәфтәрен беҙгә Яуап көнөндә һорау алғанда тотторасаҡ. Ә Мөнкир менән Нәнкир исемле фәрештәләр беҙҙән ҡәберҙә һорау аласаҡ.
Дини календарҙан.