Республика синоптиктары ял көндәренә һауа торошо хаҡында һөйләне
Шәмбе, 22 февралдә, республиканың төньяҡ өлөшөндә яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -18, -23 градус, аяҙытҡанда -28-гә тиклем, көндөҙ -6, -11 градус. Көньяҡ яртыһында бер аҙ ҡар, буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -13, -18, көндөҙ -4, -9 градус була.
Йәкшәмбе, 23 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана, көньяҡ райондарҙа буран, боҙлауыҡ, төньяҡ райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -11, -16 градус, аяҙытҡанда -21-гә тиклем, көндөҙ - 3, -8 градус.