Айыу хаҡлы ялға китер алдынан урманда тәртип булһын тип ҡуянды участковый итеп тәғәйенләгән, ти.
Беренсе көн нисектер тыныс ҡына үтеп киткән... Икенсе көн. Ҡуян яңы вазифала... Бына ҡорбан да килә! Төлкөнө тотоп алған да, елтерәтә, ти:
- Йә, төлкө! Тунды ҡайҙан сәлдерҙең! Дөрөҫөн генә һөйлә!!!
- Үҙемдеке! Тыумыштан кейеп йөрөйөм! - ти бахыр.
- Алдашааааһың! Ышанмайым мин һиңә, хәйләкәәәр! - ти ҙә, төлкөнө төрмәгә ябып ҡуя.
Күпмелер ваҡыт уҙғас төлкө янына ҡыр ҡаҙын индереп бикләй.
- Һине нимә өсөн бында тығып ҡуйҙылар?! - тип аптырай төлкө.
- Әәәй! Теге ҡылый шаша бит! Ышанмай ҙа ҡуя... Йыл да йылы яҡҡа ниндәй аҡсаға осаһың тип бәйләнде!..