Кисә ир менән ныҡ ҡына ирештек...
Талаш ҡыҙғандан ҡыҙҙы, шул инде, тел тик тормай:
- Иң кәрәкле, яратҡан әйбереңде ал да, тай өйҙән! - тинем дә ҡуйҙым!..
Ә ул, соланда ятҡан ҙур юл сумаҙанын алып инде лә мине тыҡҡыслап ҡуйҙы шунда!
Татыулаштыҡ инде, нимә эшләйһең?.. Яратабыҙ шул бер-беребеҙҙе...