Изге Рамаҙан айында ураҙа тотоу намаҙ, шәһәҙәт, саҙаҡа һәм Мәккәгә хаж ҡылыу менән бер рәттән исламдың биш ҡанунының береһе булып тора. Был ризыҡтан тыйылыу ғына түгел, ә күңел таҙарыныу һәм рухи үҫеш ваҡыты.
Ураҙа тотоу иммунитетты күтәрә. Ауыҙ асыу ваҡытында (ифтар) һәм иртәнге аштан ауыҙ итер алдынан (сәхәр) баланслы диета һаҡларға кәрәк. Тикшеренеүҙәргә ярашлы, был ваҡытта аҙыҡтан тыйылыу шешеү процестарының һәм аллергия реакцияларының кәмеүенә һәм хатта юҡҡа сығыуына килтерә.
Ураҙа тотоу дөрөҫ үтәлһә, кеше талап ителгәндән артыҡ ашамаһа, аш һеңдереү системаһы ял итә. Был йыллыҡ көсөргәнешле эштән һуң ашҡаҙан-эсәк юлын тергеҙергә мөмкинлек биргән үҙенсәлекле ял ул.
Беренсе этап - организмдың яңы режимға яраҡлашыуы.
Организмдың яңы режимға яраҡлашыуы арҡаһында тәүге 10 көн иң ауыры тип иҫәпләнә. Был осорҙа ризыҡ булмағанлыҡтан, организм эшләр өсөн бауырҙағы энергия запасын файҙалана. Был ваҡытта кеше үҙен хәлһеҙ һәм йоҡо етмәүен тоя.
Икенсе этап
Организм энергия запасын майлы туҡымаларҙы тарҡатыу юлы менән тотона башлай. Ошо көндәрҙә ауырлыҡты юғалтыу күҙәтелә.
Өсөнсө этап - таҙартыу процесы
Был осорҙа организм шлактан һәм токсиндарҙан таҙара. Еңеллек, дәрт, күтәренкелек тойғоһо барлыҡҡа килә, хәтер, концентрация һәм иғтибар яҡшыра.
30 көндән ашыу ураҙа тоторға кәңәш ителмәй. Артабан организм аҡһымдарҙы айырыу юлы менән энергияны файҙалана башлай. Был осорҙа кеше мускул массаһын юғалта башлауы мөмкин, ә аҙыҡта артабанғы сикләүҙәр организмға зыян килтерәсәк.
Ураҙаның етенсе көнөнә ҡандан юғары миҡдарҙа ацетон бүленеп сыға, ул кислород етмәү, ауыҙҙан ацетон еҫе, температураның күтәрелеүе рәүешендә сағылырға мөмкин. Бер көндән был билдәләр юғала, организм ҡабаттан тергеҙелә һәм ашау-эсеүгә битарафлыҡ барлыҡҡа килә. Организм барлыҡ ауырыуҙарҙы һәм уға кәрәкмәгәндәрен бөтөрә башлай. Былар - ауырыу күҙәнәктәр, артыҡ углеводтар, май. Энергия бөтә тән өлөштәренә, иң мөһим ағзаларға - мейегә һәм йөрәккә - тигеҙ бүленә.
Ураҙа тотоу сәләмәт туҡланырға һәм йәшәү рәүешенә өйрәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек, шулай уҡ ул насар ғәҙәттәрҙән арынырға ярҙам итә.