Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда яуым-төшөм туҡтамаясаҡ. Синоптиктар фаразы буйынса, бөгөн, 6 мартта, республика биләмәһендә бер аҙ ҡар яуыуы, көндөҙ айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Көндөҙ һауа температураһы 0, -5 градус.
Йома, 7 мартта, көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12, көндөҙ 0, -5 градус.
Шәмбе, 8 мартта, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12, көндөҙ 0, -5 градус.