Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Март 2025, 05:13

Көләмәс. Имтихан

    

Көләмәс. ИмтиханКөләмәс. Имтихан
Көләмәс. Имтихан

Абитуриентҡа имтихан ваҡытында һорау бирәләр:
– Һеҙ Аҡмулла менән танышмы?
– Юҡ.
– Ә Ерәнсә сәсән менән?
– Юҡ.
– Ә Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Ниғмәти, Рәми Ғарипов, Мостайҙар менән?
– Юҡ.
– Тәәәк. Ярар, киләһе юлы килерһең!.. - ти профессор.
Сыҡҡас, ишек янында өймәлшеп торған башҡа абитуриенттар быны һырып ала:
– Ҡабул иттеләрме?
– Юҡ, бында блатың, брат-ысватың буйынса ғына ҡабул итәләр икән, - тигән була, ти.

ЙЫЛМАЙ төркөмөнән

Автор:
Читайте нас