Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
12 Март 2025, 05:00

Ҡош туйҙары башлана

Тулыраҡ: https://www.bashinform.ru/

Ҡош туйҙары башланаҠош туйҙары башлана
Ҡош туйҙары башлана

Өйрәктәр «Башҡортостан» милли паркының асыҡ һыу ятҡылыҡтарында парҙар булдыра башлай.

Милли парк телеграм-каналында хәбәр ителеүенсә, Нөгөш йылғаһында ҡауышҡан ҡоштар күҙәтелә. "Тап ошо ваҡытта ҡайһы бер ҡош төрҙәренең парлашыу осоро башлана, — тип аңлатты белгестәр. Аталары ҡауырһын төҫөн алмаштыра, һайлаған пары өсөн бер-береһенә һөжүм итә.

Ҡырағай тәбиғәттә өйрәктәр 20 йомортҡаға тиклем һала һәм уларҙы яҡынса 35 көн баҫа.

Алдан хәбәр ителгәнсә, «Башҡортостан» милли паркына күсмә ҡоштар килгән. Бынан алда унда ҡор ҡарғаны хәүеф тураһында иҫкәрткәйне.

 

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас