Район-ҡала предприятиелары һәм ойошмаларының ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеген тикшереү буйынса смотр үтте. Ташҡын осоронда йәлеп ителгән хеҙмәттәрҙең әҙерлеген район хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса беренсе урынбаҫары Алексей Горев һәм хакимиәте белгестәр тикшерҙе.
Тәбиғәт быйыл яҙын ниндәй һынау әҙерләүен күҙаллап булмай, әммә күргәҙмәгә ҡуйылған техника, гидротехник ҡоролмалар, эш ҡеүәте һәм авария-тергеҙеү бригадалары һыу баҫыу осрағында эвакуациялауға әҙер.